Иҫкәртеү акцияһы башланды

Бөгөндән Башҡортостанда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү акцияһы башланды, ул 7 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Иҫкәртеү акцияһы башландыИҫкәртеү акцияһы башланды
Иҫкәртеү акцияһы башланды

Ағымдағы йылдың 4 айында республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш бала һәләк булған һәм 89 бала төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Акцияның төп маҡсаты - юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙы булдырмау һәм юл хәрәкәтенең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү.

Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итә. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://web.telegram.org/a/#-1001716757225

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас