Очир Джабруев - "Триколор Спорт" продюсеры. Бер үк ваҡытта - скаут-аналитик, ул Рәсәй, Европаның футбол клубтары, агентлыҡтары менән хеҙмәттәшлек итә һәм Рәсәйҙә бер нисә футбол академияһы менән үҙ-ара эш итә. Очир шулай уҡ "Пафос" (Кипр), "Беласица"(Македония), "Звезда" (Пермь), "Динамо" (Санкт-Петербург), "Энад" (Кипр) футбол клубтары менән эшләгән кеше.
Был бик шәп яңылыҡ һәм ауылдан килгән йәш таланттар өсөн ысын мәғәнәһендә иҫ киткес мөмкинлек. Ябай ауыл малайҙарының "Олотау йыйыны"нда үҙен күрһәтергә һәм профессиональ футбол клубына эләгергә мөмкинлеге буласаҡ. Очир әйткәнсә: "Бөтәһе лә егеттәрҙең үҙ ҡулында. Матур уйын күрһәтеп кенә ҡалмаҫҡа, ә үҙенең уйыны менән бөтәһен дә хайран ҡалдырырға кәрәк. Шул саҡта уларға профессиональ футболға эләгеү мөмкинлеге тыуа".
Очирҙың тelegram-каналы: https://t.me/system_blog23
Ә Учалы районы Ҡотой ауылында VI фестивалгә әҙерлек бара.
Рәлиф Ғиләжев, Йәмил Солтанов, Мирхәт Шаһиев, Айрат Сахауов, Мохтар Солтанов, Жәүәт Янбаев, Нәсим Солтанов, Илгиз Сафин, Венер Сәйфетдинов, Рәфис Ғәлин, Таһир Яхин, Зариф Сөләймәнов, Линар Ғәлинға ҙур рәхмәт!
Фото: https://vk.com/fckutuevo