БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 ай эсендә диспансерлаштырыуҙың I этабын 10 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ үткән. Шуларҙың 15,3 проценты II этапҡа йүнәлтелгән. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә 80 ҡатындың түлһеҙлеге, 296 гүзәл затта яңы барлыҡҡа килгән зыянһыҙ шеш булыуы, етәүһендә онкология ауырыуы асыҡланған.
Әйткәндәй, бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙҙәре йәшәгән урын буйынса теркәлгән поликлиникала диспансерлаштырыу үтә ала. Ул йыл һайын үткәрелә. Диспансерлаштырыу ике этаптан тора.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.