«СОЧНИК»

Тәмле генә итеп үҙегеҙ бешереп алығыҙ.

«СОЧНИК»«СОЧНИК»
«СОЧНИК»

Ҡамырға: аҡ май (йомшартылған) – 70 г, ҡаймаҡ – дүрт ҡалаҡ, он – 2–2,5 стакан, шәкәр – 1 ⁄ 2 стакан, тәменсә тоҙ, йомортҡа – 1 дана, сода – балғалаҡ осонда.

Эслек: эремсек йәки эремсек массаһы – 170 г, ҡаймаҡ – бер ҡалаҡ, шәкәр – 2 ҡалаҡ, бер йомортҡа ағы, бер йомортҡа һарыһы.
1. Ҡаймаҡ, шәкәр һәм тоҙҙо ҡушып, бутарға. Йомшартылған аҡ майҙы шул массаға ҡушырға.
2. Он иләп һалырға һәм ҡамыр баҫырға. Кәрәкһә, тағы бер аҙ он өҫтәргә.
3. Ҡамырҙы
7 – 8 мм ҡалынлыҡта йәйергә.
4. Диаметры яҡынса
10 – 12 см булған түңәрәктәр ҡырҡырға.
5. Эслек эшләргә: шәкәр менән йомортҡа ағын бергә туғырға, ыуылған эремсек ҡушырға, артабан –
ҡаймаҡ һәм он. Түңәрәктең яртыһына балғалаҡлап эремсекте һалырға ла бөкләп ҡуйырға.
6. Майланған махсус ҡағыҙға теҙергә.
7. Сочниктарға бер ҡалаҡ йылы һыу менән туғылған йомортҡа һарыһын һөртөргә.

220 – 230 градус температурала 30 – 40 минут самаһы бешерергә.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас