" Күргәҙмәлә Рәсәй экспозицияһын 16 төбәк иҫәбендә Башҡортостан да тәҡдим итә.
Башҡортостан стенды экспо ҡунаҡтарын төбәктең төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары менән таныштыра, бында республиканың инвестпотенциалы һәм төрлө компанияларыбыҙ продукцияһы тәҡдим ителә.
Харбинда урындағы бизнес яғынан беҙҙең республикаға ҡыҙыҡһыныуҙың юғары булыуы ҡыуаныслы-Ҡытайҙан 130-ҙан ашыу компания менән осрашыуҙар үтте.
Ҡытай коллегаларыбыҙҙың бизнесына бындай иғтибар биреүе осраҡлы түгел.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, Ҡытай Халыҡ Республикаһы – беҙҙең беренсе партнер. Беҙҙә уртаҡ эштәр байтаҡ һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡытай Коммунистар партияһы рәйесе Си Цзиньпиндың осрашыуы һөҙөмтәләре беҙгә үҙ эшмәкәрлегебеҙгә ышаныс һәм был ил менән эшлекле һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе артабан әүҙем киңәйтеүҙе раҫлай", - тип яҙған социаль селтәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.