Ҡайын миндеге
Быуындар, мускулдар ауыртыуынан ярҙам итә, тирене һытҡыларҙан, сабыртмаларҙан, эрендәрҙән таҙарта, йәрәхәтләнгән, һыҙырылған урындарҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – ҡайын быуынан кескәй ҡурылдайҙар ныҡ киңәйә, бына ни өсөн бындай мунсанан һуң тын алыуы еңелләшә.
Тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнә башлаған астматиктар һәм элекке тәмәкеселәр өсөн ҡайын миндеге менән сабынырға кәңәш ителә.
Майлы тиреле кешеләр өсөн файҙалы. Ул тирене тығыҙландыра, ялтырауын бөтөрә һәм ялҡынһыныуға ҡаршы йоғонто яһай. Имән еҫе сабынған ваҡытта ҡан баҫымының үтә ныҡ күтәрелеүен тотҡарлай.
Йүкә миндеге
Баш ауыртыуынан арынырға ярҙам итә, бөйөрҙәргә еңелсә гимнастика яһай, тынысландыра, ҡурылдайҙарҙың киңәйеүенә булышлыҡ итә, тән температураһын төшөрә. Һалҡын тейеп ауырығанда айырыуса файҙалы.