Миләүшәне нисек үрсетергә?

Миләүшә сәскәһен (фиалка) япраҡтан үҫтерә алмайһығыҙмы? Бының бәләкәй генә сере бар.

Миләүшәне нисек үрсетергә?Миләүшәне нисек үрсетергә?
Миләүшәне нисек үрсетергә?

Уртансы ярустан алынған япраҡты (өҫкө, аҫҡы япраҡтар ярамай) ҡайнатылып һыуытылған  һыуға ғына тығылар. Гөл ултыртыласаҡ тупраҡ йомшаҡ  булырға тейеш. Япраҡтың һабағын тәрәнгә күммәгеҙ.

 Йәш миләүшә үҫентеһен 5 см, сәскә атҡанын 7 – 8 см диаметрлы һауытҡа ултыртығыҙ һәм өҫтөн полиэтилен ҡапсыҡ йәки банка менән ҡаплап ҡуйығыҙ.

Гөл артыҡ ҡояш нуры төшөп торған һәм еләҫ урынды яратмай.

 Миләүшә сәскәһен 15 көн һайын ашламалар менән туҡландырып торорға кәрәк.  Күсереп ултыртҡанда быны эшләргә ярамай.

Агротехника талаптары дөрөҫ үтәлгәндә, япраҡтан ултыртылған үҫенте 8 –9 айҙан сәскә ата.

Миләүшә гөлөн август- сентябрь айҙарында үрсетегеҙ.

 

 

Фото: flowwill.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас