Кишер варикоз төйөндәрен бөтөрә

 Ҡан тамырҙарының киңәйеүе төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Беренсенән, ул ҡабарып тороуы арҡаһында аяҡтарҙы йәмһеҙләй. Икенсенән, аяҡтар ауырта, һыҙлай башлай.

Кишер варикоз төйөндәрен бөтөрәКишер варикоз төйөндәрен бөтөрә
Кишер варикоз төйөндәрен бөтөрә

 Әлбиттә, уларҙы дауалау өсөн төрлө гелдь, дарыу бар, әммә халыҡ ысулын да файҙаланып ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, аяҡтың ауыртҡан урынына ҡырғыстан ҡырылған кишерҙән япма ябырға кәңәш итәләр. Бының өсөн һутлы ғына кишерҙе алып, ҡырғыстан ҡырырға һәм ҡан тамырҙарының киңәйгән урындарына һылап, полиэтилен ябып, лейкопластырь менән нығытып, шул килеш йоҡларға ятырға. Ябай ғына кишер ҡиммәтле гелдәрҙән бер ҙә ҡалышмай.  Аяҡтың шешеүе ҡайта, тамырҙары ла ул тиклем үк күренеп тормай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас