+23 °С
Ясно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Мая 2024, 05:30
Аҙыҡтың төҫө ауырыуға нисек йоғонто яһай?
Ашаған ризығығыҙҙың төҫөнә иғтибар итегеҙ, һәр төҫ организмға үҙенсә тәьҫир итә.
Аҙыҡтың төҫө ауырыуға нисек йоғонто яһай?
Аҡ төҫтәге аҙыҡ-түлек – һөт һәм һөт аҙыҡтары, дөгө, һарымһаҡ, кәбеҫтә – тынысландыра, бөйөр аша ағыулы матдәләрҙе сығара.
Йәшел төҫтәге аҙыҡ-түлектәр (брокколи, йәшел борсаҡ, йәшел борос, салат япрағы, укроп) мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, нервы көсөргәнешен баҫа. Ҡояш нурҙары ярҙамында йәшел үҫемлектәрҙә етештерелгән хлорофилл файҙалы ҡыҙыл ҡан тәнсәләре барлыҡҡа килеүҙе һәм иммун системаһын әүҙемләштерә.
Һары төҫтәге аҙыҡтар (лимон, ананас, банан, кукуруз, һары сыр һәм йомортҡа һарыһы) аппетитты күтәрә һәм ҡанды таҙартыуға булышлыҡ итә.
Ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсәләр (кишер, абрикос, мандарин һәм әфлисун) нервы күҙәнәктәрен тергеҙергә булышлыҡ итә, кәйефте күтәрә, баш ауыртыуын баҫа, шулай уҡ бөйөрҙәргә токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә.
Ҡыҙыл төҫтәге йәшелсәләр (сөгөлдөр, борос, помидор һәм баҡса еләге) матдәләр алмашыныуын көйләй, интеллектуаль эш менән шөғөлләнеүселәрҙең эшкә һәләтлелеген арттыра.
Күкһел төҫ өҫтөнлөк итеүсе йәшелсә-емештәрҙең (ҡара виноград, слива һәм ҡара көртмәле) составында “антоцина” тигән биологик актив матдә күп, ул ҡан тамырҙарын һаҡлай һәм күреү һәләтен яҡшырта.
Табиптар ҡан баҫымы юғары булған һәм йөрәк сирле кешеләргә ҡыҙыл төҫтәге һуттар эсергә кәңәш итә. Ҡыҙғылт-һары төҫтәге һуттар депрессияға ҡаршы торорға һәм ҡан тамырҙары ҡыҫылыуынан арынырға ярҙам итә. Һары төҫтәге һуттар ревматизм менән ашҡаҙан сей яраһы менән сирләүселәргә файҙалы.
Фото:
асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"