Аҡ балсыҡ файҙалымы?

Аҡ балсыҡҡа бәйлелек барлыҡҡа килмәһен өсөн кунжут орлоғо ашағыҙ.

Аҡ балсыҡ файҙалымы?Аҡ балсыҡ файҙалымы?
Аҡ балсыҡ файҙалымы?

Аҡ балсыҡ төрлө минераль тоҙҙарға, кремний, тимер, цинк, литий кеүек химик элементтарға бай. Балсыҡ һауытта һаҡланған һөт әсемәй, ә яңылыш бармағыңды ҡырҡып ебәреп, балсыҡ һөртһәң, ул ҡанды туҡтата, яраны тиҙ уңалта һәм микробтарҙан һаҡлай. Шулай уҡ организмдан төрлө шлак, ағыуҙарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Гайморит, ҡолаҡ шешеү, артрит, остеопороз, бронхит, ангина кеүек ауырыуҙарҙы дауалағанда ла балсыҡты уңышлы ҡулланалар. Был матдә косметологияла ла мөһим урын алып тора. Унан йәшәртеүсе, туҡлыҡлы битлектәр эшләйҙәр, сәстәргә лә файҙаһы ҙур.

Ләкин иң файҙалы дарыу ҙа, күп ҡулланһаң, ағыуға әйләнә, тиҙәр. Шуның өсөн бөтә нәмәнең самаһы барлығын оноторға ярамай. Балсыҡҡа килгәндә, уны ла артыҡ ашарға ҡушылмай. Һәм тик дарыуханала һатып алғанын ғына ҡулланырға мөмкин. Үҙегеҙ ҡаҙып алған балсыҡта зарарлы матдәләр, бактериялар булыуы ихтимал.

Уны 21 көн ҡулланғас, башҡа ашарға ярамай. Сөнки кешелә бәйлелек барлыҡҡа килә. Килеп сыҡмаһа, кунжут ашағыҙ. Ә һәр ваҡыт балсыҡ ҡулланһағыҙ, организмығыҙға ҙур зыян килтереүегеҙ ихтимал.

Балсыҡ ашағы килеү − ул кальций етмәү билдәһе түгел, ә организмда башҡа ауырыу барлығын иҫкәртеүе. Шуның өсөн иң башта терапевтҡа күренегеҙ һәм ашҡаҙан-эсәк юлын тикшертегеҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас