Юлда 105 кешенең ғүмере өҙөлгән

Шулар араһында бишәүһе – бала. Бөтәһе 932 кеше төрлө йәрәхәт алған.

Юлда 105 кешенең ғүмере өҙөлгәнЮлда 105 кешенең ғүмере өҙөлгән
Юлда 105 кешенең ғүмере өҙөлгән

Был – Башҡортостан юлдарында булған транспорт ваҡиғаларына бәйле һуңғы дүрт айҙағы күрһәткес. Йыл башынан 758 ДТП теркәлгән. Йәш өшөткөс статистика тураһында үҙенең ТГ-каналында БР буйынса баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов яҙған.

Иң күп авария Өфөлә булған: 335 юл-транспорт ваҡиғаһы, 15 һәләк булыусы, 411 йәрәхәтләнеүсе. Юл һәләкәттәрендә күбеһенсә машиналар бәрелешә һәм йәйәүле тапала.

Статистикаға ярашлы, быйыл иҫерек водителдәр арҡаһында булған авариялар һаны бер аҙ кәмегән.

Севасьянов белдереүенсә, бәлиғ булмаған йәштәгеләрҙең авария яһауы борсоуға һала. Быйыл шундай ДТП-ла ике үҫмер үлгән. Иң ҡурҡынысы – йәштәрҙең иҫереп рулгә ултырыуы. Дүрт айҙа 280 бәлиғ булмаған “водитель” тотолған, шуларҙы 32-һе эскән булған.

Юлдағы бәлә-ҡазанан һаҡлаһын Аллам!

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас