Мираҫҡа хоҡуҡты теркәгәндә кемдәр һалым түләмәй?

Махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусыларҙың вариҫтары Росреестрҙа күсемһеҙ милекте теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы түләүҙән азат ителә.

Мираҫҡа хоҡуҡты теркәгәндә кемдәр һалым түләмәй?Мираҫҡа хоҡуҡты теркәгәндә кемдәр һалым түләмәй?
Мираҫҡа хоҡуҡты теркәгәндә кемдәр һалым түләмәй?

 Ведомствоның төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, Һалым кодексына тейешле төҙәтмәләр 2024 йылдың апрелендә көсөнә ингән. Яңылыҡтарға ярашлы, был кешеләр Росреестрҙа милек хоҡуғын теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы түләүҙән азат ителә. Сара һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам күрһәтеүгә һәм уларҙың мөлкәт хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.

Дәүләт пошлинаһы түләүҙән азат итеү торлаҡ йорттарға, фатирҙарға, ер участкаларына һәм башҡа күсемһеҙ милеккә милек хоҡуғын теркәүгә ҡағыла.

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец һүҙҙәренсә, сара мираҫ хоҡуҡтарын рәсмиләштереү процедураларын мөмкин тиклем еңеләйтергә һәм хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә финанс йөкләмәһен кәметергә тейеш.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас