Башҡортостанда йәшәүселәрҙе бөтә Рәсәй «Минең илем – минең Рәсәйем» автор проекттары конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән ҡала һәм ауылдарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү башланғысы менән проект тәҡдим итергә тейеш. Ғаризалар 2024 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә: vk.cc/cllRFT.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың категориялары:
- 14-тән 17 йәшкә тиклем;
- 18-ҙән 35 йәшкә тиклем;
- йәш сикләүе юҡ («Минең педагогик башланғыс», «Минең ғаиләм: быуындар бәйләнеше, ғаилә ҡиммәттәре һәм асылы» номинацияларында ҡатнашыу);
- 13 йәшкә тиклем («Шәжәрә ағасының тылсымлы ептәре» махсус балалар номинацияһында ҡатнашыу).
Номинацияларҙың тулы исемлеге – ошонда: vk.cc/cbvxhP.
Конкурста ҡатнашыу нимә бирә:
- партнер ойошмаларҙа стажировка үтеү һәм эшкә урынлашыу;
- һуңынан конкурс сиктәрендә бушлай белем биреү программалары;
- конкурс партнерҙарының «Сәйәхәттән дә киңерәк» тигән программаһы буйынса Рәсәй буйлап сәйәхәткә сертификат;
- дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы;
- үҙеңдең проектың менән федераль кимәлдә сығыш яһау, төбәк һәм ил үҫешенә шәхси өлөш индереү мөмкинлеге;
- мәғлүмәти ярҙам;
- Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән фекерҙәштәр менән танышыу.
Тулыраҡ мәғлүмәт – конкурстың рәсми сайтында: vk.cc/a6eeFU.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан