Дүрт стакан он (күберәк тә китеүе мөмкин), ике ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы, 500 мл һөт (йылы ла, һыуыҡ та бара), бәләкәй бер ҡап ҡоро сүпрә (11 г).
Бөтә ингредиентты бер масса булғансы болғарға-бутарға. Шунан уны ике сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға. Аҙаҡ әҙ генә онда баҫып, йәнегеҙ теләгән эслек менән пирожки яһай алаһығыҙ.
Был ҡамыр менән бөтә пирожки ҙа уңа, ти рецепты биреүсе. Табала ҡыҙҙыраһығыҙмы, духовкала бешерәһегеҙме - өлгөрһөн генә, һә тигәнсе ашап бөтәсәктәр.
Тәмле булһын!