Балаҡатайҙа ниндзя турниры үтте

Районда ул икенсе тапҡыр ойошторолдо.

Балаҡатайҙа ниндзя турниры үттеБалаҡатайҙа ниндзя турниры үтте
Балаҡатайҙа ниндзя турниры үтте

Демография” милли проектының ”Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты буйынса Яңы Балаҡатайҙағы 2-се мәктәптең ГТО базаһында уҙған ниндзя турнирын Вадим Әйүпов ойошторған. Ул ошо мәктәпте тамамлаған, Башҡортостан чемпионы, ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй призеры, воркаут буйынса Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе еңеүсеһе, кроссфит һәм ҡаяға үрмәләү буйынса Первоуральск ҡалаһы чемпионы, “Суперниндзя” телешоуы ҡатнашыусыһы.

Был юлы турнирҙа төрлө йәштәге 50-ләп кеше ҡатнашты. Һәр береһе үҙенә тәғәйен кәртәне лайыҡлы үтә алды. Насар көн торошо ла ҡамасауламаны, тип хәбәр итәләр райондан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас