Ҡариҙелдә кемпинг асыла

Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сираттағы яңы проект тикшерелгән.

Ҡариҙелдә кемпинг асылаҠариҙелдә кемпинг асыла
Ҡариҙелдә кемпинг асыла

Магинск ауылында “Maginsk House” кемпингы төҙөргә ниәтләйҙәр. Унда барнхаус стилендә өс йорт буласаҡ. Проект авторы яҡындағы һыу ингесте төҙөкләндереп, эскәмйәләр ҡуйырға, башҡорт тирмәләренә оҡшатып өй һалып, пирс төҙөргә уйлай. Кемпинг туристарҙы йәлеп итәсәк, тип өмөтләнә ойоштороусылар. Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған милли проекттарҙа билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас