Төбәк Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, ирҙәр һеркә кислотаһы һурҙырған насос ҡорамалдарын көйләргә маташҡанда йәрәхәтләнгән - мискәнән шлангты ысҡындырған мәлдә өсөһөнә лә кислота һибелгән.
Инцидент "Турбаҫлы бройлерҙары" предприятиеһында булған, тип яҙа UTV каналы.
Хеҙмәткәрҙәр Өфө ҡалаһының 18-се ҡала дауаханаһына оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.