Аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙе һорайҙармы? Һаҡ булығыҙ! Улар мутлашыусылар!

Уҙған тәүлектә Башҡортостан Республикаһы халҡынан мутлашыусылар һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса урлаған.

Аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙе һорайҙармы? Һаҡ булығыҙ! Улар мутлашыусылар!Аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙе һорайҙармы? Һаҡ булығыҙ! Улар мутлашыусылар!
Аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙе һорайҙармы? Һаҡ булығыҙ! Улар мутлашыусылар!

16 майҙа 8-се полиция бүлегенә ғариза менән 43 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул ике көн дауамында популяр мессенджерҙа билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыуҙар килеүен һөйләй. Мутлашыусылар дәүләт структураларының именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре булып таныла. Улар ҡатынға муттарҙың уның исеменә ҙур күләмдә кредит алырға йыйыныуҙары тураһында иҫкәртә. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн енәйәтселәр ҡатындан "хәүефһеҙ иҫәпкә" ҙур ғына сумманы күсереүен һорай. Һәм зыян күреүсе аферистарға бер миллион һумдан ашыу аҡса ебәрә, уларҙың бер өлөшө кредитҡа алынған.

Учалынан да 55 йәшлек пенсионер ҡатын алдаҡҡа ышана. Уға билдәһеҙ кешеләрҙән мессенджерҙарҙа шылтыратыуҙар килә башлай. Мутлашыусылар ғариза биреүсенең элекке эш урынынан етәкселек һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булып таныла. Улар ҡатынды енәйәт яуаплылығы менән ҡурҡыта, йәнәһе лә, "уның иҫәбенән енәйәтселәрҙең иҫәбенә күсереүҙәр булған, бының өсөн яуап тоторға тура киләсәк". Ҡурҡҡан ҡатын аферистар әйткән иҫәпкә бер миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Ҡурҡытыуҙар һәм аҡса талап итеүҙәр дауам иткәс кенә, ҡатын полицияға бара...

Мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ! "Кредит алыуға ҡамасаулау маҡсатында" таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоз, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да карта мәғлүмәттәре тураһында һорашмай һәм һорауҙарҙы телефон аша хәл итмәй. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, һеҙҙең исемгә кредит алырға теләйҙәр тиһәләр, телефонды һүндереп, банкка барып, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас