Бөтә яңылыҡтар

Ҡытайҙар беҙҙә һөйәк эшкәртәсәк

Ҡытайҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры  Илшат Фазрахманов Таньшань ойошмаһы вәкилдәре менән һөйләшеүҙе үткәргән.   

Ҡытайҙар беҙҙә һөйәк эшкәртәсәк
Ҡытайҙар беҙҙә һөйәк эшкәртәсәк

Ҡытай Башҡортостанда эре мөгөҙлө мал һөйәктәрен эшкәртеү буйынса завод төҙөүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән. Предприятие аҙыҡ-түлек тармағында һәм сәнәғәт производствоһында ҡулланылған һөйәк майы һәм микробиологияла бактериялар һәм бәшмәк үҫтереү өсөн туҡлыҡлы мөхит булараҡ ҡулланылған пептон етештерәсәк. Продукцияның күп өлөшө Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатыласаҡ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: