Бөтә яңылыҡтар

Ҡырау төшә

Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы  хәбәр итә. 17 майҙа төндә -3 градусҡа тиклем һыуытып ҡырау төшә.

Ҡырау төшә
Ҡырау төшә

Шулай уҡ, белгестәр иҫкәртеүҙәренсә, ҡырау ауыл хужалығы үҫемлектәре өсөн хәүеф тыуҙыра. Шуға үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн уларҙы ябырға кәрәк.

Тәбиғәттә ял итеүселәргә лә һауа торошон иҫәпкә алырға кәрәк. Өҫ кейеме һауа шарттарына тап килергә тейеш.

Бынан тыш, һауа температураһы түбәнәйеү сәбәпле янғын хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтергә кәрәк. Һауа температураһы түбәнәйгән осорҙа электр һәм мейес ҡоролмаларын тейешле ҡулланмау менән бәйле янғын һанының артыуы теркәлә, шуға улар менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға кәңәш ителә.

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: