Бөтә яңылыҡтар

Тәмәкенән сыҡҡан бәлә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә янғын ваҡытында өс ирҙе ҡотҡарған.

Тәмәкенән сыҡҡан бәлә
Тәмәкенән сыҡҡан бәлә

16 майҙа төндә Октябрь проспектындағы күп фатирлы йорттоң 5-се ҡатында балкон янып китә. Янғын һүндереүгә тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 20 кешелек янғын һүндереүселәре һәм 6 берәмек техника килә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре шунда уҡ йортта йәшәүселәрҙе ҡотҡарыу - эвакуациялау эштәренә тотона. Янған фатирҙан өс ир ҡотҡарыла. Өсәүһе лә төтөнгә ағыуланып, дауаханаға оҙатыла. Әле икеһе ауыр хәлдә, береһенең хәле уртаса. Тағы бер ҡотҡарылған ир, 1961 йылғы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер сәғәттән һуң йән бирә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһенең фаразы буйынса, янғын тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Урында оператив-тикшереү төркөмө эшләй.

Фото: МЧС РБ.

Тәмәкенән сыҡҡан бәлә
Тәмәкенән сыҡҡан бәлә
Тәмәкенән сыҡҡан бәлә
Тәмәкенән сыҡҡан бәлә
Тәмәкенән сыҡҡан бәлә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: