Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн бала табыуҙы һуңға ҡалдырырға ярамай?..

Йылдан-йыл ҡатын-ҡыҙға балы табыу ауылаша – ни өсөн ата-әсә булыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай һәм   балалы ғаиләләргә Хөкүмәт тарафынан ниндәй   ярҙам бар?   

Ни өсөн бала табыуҙы һуңға ҡалдырырға ярамай?..
Ни өсөн бала табыуҙы һуңға ҡалдырырға ярамай?..

 

2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Уның төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәтәрен, ғаиләне, әсәлек менән атайлыҡты һәм балалыҡты популярлаштырыу.  Илебеҙҙә бала табыу һәм уны тәрбиәләү өсөн иҡтисади йәһәттән дә, социаль яҡтан да   уңайлы шарттар тыуҙырыла.   Балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлә, «Әсәлек капиталы» оҙайтылды, балалы ғаиләләр өсөн төрлө түләүҙәр бар.  Шуға ҡарамаҫтан ғаиләләр әсә булыуҙы иң һуңға  ҡалдыра, һөҙөмтәлә тыуым кәмей.  Ни өсөн әсәлекте оҙаҡҡа ҡалдырырға ярамай?

 

Һандар нимә һөйләй?

 

2023 йылда  республикала дөйөм тыуым коэфициенты бер мең кешегә 8,7 сабый тәшкил иткән.   2023 йылда бала табыр йәштәге бер ҡатынға 1,41 бала тура килгән.   Тыуым кәмей, ауыл халҡы ла ҡалалғы әҙ балалы стандартҡа күсә бара. 

 

Яна Скрябина, иҡтисад фәндәре   кандидаты, «Ғаилә» республика ресурс үҙәгенең бүлек начальнигы:   

 

“Әлеге ваҡытта XX быуаттың 90-сы йылдарында тыуған аҙ һанлы быуын әүҙем бала табыу йәшендә.   Ул ваҡыттағы үҙгәреш осорондағы социаль-иҡтисади факторҙар тыуым үҫешенә бик ныҡ йоғонто яһаны.  Халыҡ йәшәү кимәленең насарайыуына, эшһеҙлеккә, килемдең кәмеүенә бик һиҙгер ҡараны.   Күп ғаиләләр бала табыуҙы кисектерҙе, хатта беренсе баланы табыуҙы ла улар социаль-иҡтисади хәл яҡшырғансы тип һуңғараҡҡа күсерҙе.

Тыуым күрһәткестәрен анализлау тыуым кимәленең бик түбән булыуын күрһәтә.  Йәғни әлеге быуын үҙҙәренең ата-әсәһен алмаштырмай. Ни өсөн шулай килеп сыға?   

 

Беҙҙең илдә, республикала балалы ғаиләләргә һәм бала табыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеү системаһы бик ныҡ үҫешкән.  Бөтә саралар ҙа мөһим һәм кәрәк.   Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бала табыуҙың иҡтисади сараһына иғтибарыбыҙҙы йүнәлткәнбеҙ.  Шул уҡ ваҡытта ғаилә ҡиммәттәре, бала, әсәлек, атайлыҡ ҡиммәттәре юғала бара.  Бөгөнгө йәштәр белем алыуға, матди хәлен, дөйөм кимәлен һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға юғары талаптар ҡуя.   Ғаиләнән тыш ҡиммәттәр ғаилә ҡиммәттәренән, баланан өҫтөнлөк ала.

Шулай уҡ бала табыуҙа яңы тенденция барлыҡҡа килде – «әсәлек»тең ҡартайыуы. Беренсе балаһын тапҡан әсәнең уртаса йәше күтәрелә бара.   Был иһә балаһыҙлыҡ хәүефен көсәйтә”. 

 

Һуңға ҡалдырылған әсәлек

 

Беренсе урынға аҡса эшләүҙе, шәхси маҡсаттарҙы, карьераны ҡуйып, бала табыуҙы һуңға ҡалдырыу дөрөҫмө икән?  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 25 йәштә бал табыу менән 40 йәштә балы табыу бер  түгел.  40 йәштә  буласаҡ әсәнең бөтә нәмәһе лә бар – аҡсаһы, карьера һәм ул әсә булырға ла өлгөрөп етә.  Әммә бында барыһы ла ябай түгел.  Бала табыуға бәйле проблемалар төрлө йәштә булыуы ихтимал, быға төрлө факторҙар йоғонто яһай.  Әммә 35 йәштән һуң ололарҙа бала табыу функцияһының юғалыу билдәләре күпкә юғарыраҡ.

 

Әлфиә Соғорова, юғары категориялы табип-акушер-гинеколог-репродуктолог:

 

“Йәш барған һайын, 35 йәштән башлап ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу функцияһы һүнә бара.   Ғөмүмән, уның тәүге билдәләре 27 йәштә үк күренә башлай.   Ә 35 йәштән ололарҙа ул тағы ла нығыраҡ була.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ быға бер нисек тә йоғонто яһай алмайбыҙ.  Ҡатын-ҡыҙҙың физиологияһы тәбиғәттән шулай һалынған.  Кемдәлер ул тиҙерәк бара, кемдәлер – яйыраҡ.   Шуның өсөн дә бала табыуҙы һуңға ҡалдырырға ярамай.   Беҙҙә хәҙер тәүҙә карьера эшләү, һуңынан бала планлаштырыу модаға инде. 35 – 40 йәштә бала табырға килгән ҡатындар терһәген тешләрҙәй була ла, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткәнде кире ҡайтарып булмай».

 

Эксперттар асыҡлауынса, республикала ғаилә парҙарының 16 процентының балаһы юҡ.  Улар теге йәки был сәбәп буйынса бала таба алмай.    

Эйе, балаһыҙлыҡ   Рәсәйҙә һәм Башҡотостанда ЭКО  программаһы бар. Был түлһеҙлекте дауалауҙың һөҙөмтәле ысулдарының береһе.  Әммә ул да гарантия бирә алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның буйынса ла бала табыу өсөн парҙар бер нисә йыллап ваҡыттарын үткәрә.   

 Бөгөнгө көндә ЭКО-ға квота алыу ваҡыты – йыл ярым.   Сират арта бара. Былтыр ҡатын-ҡыҙ квота алыу өсөн 9 – 11 ай көткән булһа, быйыл  ул йылдан ашыу көтөргә мәжбүр. Дөйөм алғанда ҡатын-ҡыҙ ОМС буйынса  йылына бер тапҡыр ЭКО үтә ала.

 

 

20224 йылда балалы ғаиләләргә нимәләр тейеш?

 

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә төрлө социаль ярҙам саралары ҡаралған.  Ата-әсәләргә бала табыу һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.    

 

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие.

Балаһы тыуған һәр ғаилә, килеменә ҡарамаҫтан,  һәр балаға 28294,95 һум ала.  Был сумма эшләүсе ата-әсәнең береһенә баланың теркәлгән урыны буйынса Рәсәй Социаль фондынан түләнә. Бының өсөн ғариза биреү кәрәкмәй.  Әгәр ҙә бер ерҙә лә эшләмәйһегеҙ икән, РФ Социаль фондына йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ йә булмаһа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша юллағыҙ.

 1,5 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие

 Пособиеның минималь күләме – 10611,33 һум йәки эшләгән кешенең алдағы ике йыл өсөн уртаса эш хаҡының 40 проценты ( Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда  тәғәйенләнәсәк   пособиеның иң ҙур күләме – 49123 һум).

 Пособие баланы йәш ярымға тиклем ҡараусы әсәгә йә атайға  түләнә. Был аҡсаны әсәй кеше, шулай уҡ атай кеше лә, шулай уҡ баланы ҡараусы башҡа яҡын туғандары, опекундары ла алырға хоҡуҡлы.

Был түләүҙе алырға эшләгән һәм эшһеҙ кешеләр ҙә алырға хоҡуҡлы.

 

 Бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие

  0 – 17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә ғаилә  килеме Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йән башына йәшәү   минимумынан кәм булған  осраҡта түләнә.

Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең милек-мөлкәте һәм ата-әсәнең мәшғүллеге иҫәпкә алына. Пособие ғаиләнең оло ағзаларының эш урыны йәки уның булмауы өсөн объектив сәбәптәр булғанда ғына тәғәйенләнә. Минималь күләме – 6670 һум, максималь сумма – 13340 һум.

  Әсәлек капиталы

 Бала тыуған һәр ғаиләгә лә тейеш. 2024 йылда ул 630380 һум тәшкил итә.  Икенсе бала тыуғанда ла «Әсәлек каиталы» түләнә. Ғаилә беренсе бала өсөн «Әсәлек капиталы» алған булһа, 202643 һум    түләнә, алмаған булһа, 883024 һум.

   Был балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының бик әҙ өлөшө.

 

 

2024 йыл  – Ғаилә йылы 

 

 Балалы ғаиләләргә ярҙам көсәйтеләсәк кенә. 

 

Владимир Путин  Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә  «Ғаилә» тигән яңы милли социаль проект тураһында белдерҙе.      

«Балалы ғаиләләрҙең тормош сифатын, тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән даими эш кәрәк.  Бының өсөн беҙ яңы милли проект башлайбыҙ, ул «Ғаилә» тип атала», – тине ул.

Уның әйтеүенсә,  тыуым илдәге уртаса кимәлдән кәм буған төбәктәр 75 млрд һум күләмендә өҫтәмә ярҙам аласаҡ. Был аҡсалар бөтәһе лә ғаиләләргә ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Шулай уҡ  өсөнсө бал тыуғанда ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум аҡсалата ярҙам 2030 йылға тиклем оҙайтыла.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: