Бөтә яңылыҡтар

Мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоуын дауалау ысулы табылған

Башҡортостандың вуз-ара студенттар кампусы мейеләге ҡан әйләнешең киҫкен үҙгәрештәрен дауалау өсөн дарыу уйлап тапҡан.  Был хаҡта БР Хөкүмәте хәбәр итә.  

 Башҡорт дәүләт медицина университетының тикшеренеүселәр төркөмө антидепрессант менән антиагрегант  үҙенсәлектәренә эйә булған берләшмәләрҙе тапҡан. Был асыш мейеләге ҡан әйләнешенң киҫкен боҙолоуы менән яфаланыусы пациенттарҙы дауалауҙың һөҙөмтәлелеген артырасаҡ.

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: