Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлил районында бер егет һәм ике бала урманда аҙашып йөрөгән

Хәмит ауылынан 22 йәшлек егет (күреү һәләте буйынса инвалид) һәм 13 йәшлек ҡыҙ менән 9 йәшлек малай, кисә көндөҙ урманға пикникка сығып аҙашҡан. Ҡыҙ тирә-әйләнәне видеоға төшөрөп, яҡындарына ебәрә. Ата-әсәләр балаларын үҙҙәре эҙләй башлай, әммә эҙләү һөҙөмтә бирмәй.

Әбйәлил районында бер егет һәм ике бала урманда аҙашып йөрөгән
Әбйәлил районында бер егет һәм ике бала урманда аҙашып йөрөгән

Шул саҡта улар был турала полицияға хәбәр итә. Балаларҙы эҙләүгә полиция, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, "Лиза Алерт" эҙләү отряды, урындағы халыҡ, урмансылар һәм егерҙәр ҡушыла. Шулай уҡ эҙләү эштәренә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ла юллана. Бәхеткә күрә, балалар үҙ аллы юлды табып, ауылға ҡайтып етә.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: