Бейек бисквит

Юғары категориялы эре йомортҡалар ҡулланырға (!).

Бейек бисквитБейек бисквит
Бейек бисквит

Кәрәк: өс йомортҡа, 95 г он, 90 г шәкәр, 30 г һөт, 20 г аҡ май, 3 г ҡабартҡыс.
Әҙерләү: һөттө май һалып йылытырға. Май ирергә тейеш. Тик бешермәгеҙ. Йомортҡаларҙың ағын миксерҙа күпергәнсе туғырға, әҙ-әҙләп шәкәр ҡуша барырға. Тығыҙ массаға әүерелгәнсе туғырға. Шунан берәмләп йомортҡа һарыһын өҫтәргә. Миксерҙы һүндереп, йылы һөтлө-майлы массаны, он һәм ҡабартҡысты ҡушырға. Әкрен генә болғарға.

170 градус эҫелектәге духовкала 40 – 45 минут бешә. Бисквитты 10 минут тирәһе һыуытҡас ҡына табанан алырға. Артабан тулыһынса һыуытып, пленкаға урап, алты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас