– «Ысын мөхәббәт дуҫлыҡтан башлана», –тиҙәр бит. Беҙҙең дә – ысын мөхәббәт. Ул мине армияға оҙатты… Һәм ҡот осҡос хәлдәрҙән һуң да минең менән ҡалды. Реанимацияла һәр саҡ янымда булды: «Мин һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын», – тип ҡабатланы. Ул ваҡытта институтта уҡый ине, мине тәрбиәләргә хатта академик отпуск та алмаҡсы ине. Әммә, һөйләшергә өйрәнгәс, ризаһыҙлығымды белдерҙем, уҡыуын дауам итеүен теләнем. Ғүмерлеккә инвалид ҡалыу миндә оялыу хисе тыуҙырҙы, бик борсолдом, ләкин Индираның һүҙҙәре мине һәр саҡ ҡанатландырып торҙо.
Ул янымда булғанға тиҙерәк һауыҡтым да. Индира ул – стимул. Беҙҙең киләсәгебеҙ, буласаҡ балаларыбыҙ өсөн бер генә минутҡа ла бирешмәнем. Мин уны тормош бүләге тим. Уның холҡо ла, сабырлығы ла ныҡ, – ти Рөстәм ҡатыны тураһында.
Нәбиевтар ғаиләһенә теләктәрегеҙ булһа комментарийҙа яҙып ҡалдыра алаһығыҙ.