20 майҙан 2 июнгә тиклем «Тәңкәле аҙна» акцияһы үтә. Республика халҡы тимер тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштыра йәки үҙенең банк иҫәбенә күсерә ала.
Аҡсаны алмаштырған өсөн комиссия тотоп ҡалмаясаҡтар.
Тинлектәр менән банкҡа барғанда, паспортығыҙҙы ла алырға онотмағыҙ. Ҡарайған, йәнселгән, тишелгән аҡсаларҙы ла килтерергә мөмкин. Иң мөһиме – улар 1997 йылдан алып сыҡҡан булырға тейеш.
Фото: klike.net