+1 °С
Ҡар
Йәйҙең тәүге айына бәйле фараздар бар.
Рәсәйҙең Гидрометүҙәге белгестәре фаразлауынса, Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш төбәктәре, Үҙәк Рәсәйҙең төньяҡ райондары ямғырлы буласаҡ.
Шулай уҡ июнь башында илебеҙҙең көньяғында самаһыҙ эҫе көндәр тороуы ихтимал.
Майҙағы кеүек үк һыуыҡ булмаһа ла, көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә лә әҙер булығыҙ, ти белгестәр.
Гидрометүҙәктең баш синоптигы Роман Вильфанд күҙаллауынса, быйылғы июнь былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ булыуы мөмкин.
Әлегә фараздар шулай өҫтән-мөҫтән генә.
Фото: Автор фотоһы.