"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2024" йәш инспекторҙар слеты асылды!

Бөгөн "Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2024" йәш инспекторҙар слеты республика конкурсын асыу тантанаһы үтте.

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2024" йәш инспекторҙар слеты асылды!"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2024" йәш инспекторҙар слеты асылды!
"Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2024" йәш инспекторҙар слеты асылды!

Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итә:

- Конкурс юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары отрядтары эшмәкәрлегендәге төп ваҡиға булып тора. Был көндәр дауамында уҡыусылар үҙҙәренең юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеүен, фигуралы велосипедта йөрөү һәм юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен, шулай уҡ ижади сығышын күрһәтәсәк. "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" программаһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә төрлө йүнәлештәр буйынса алты этапты күҙ уңында тота. Ярыштарҙан тыш, балалар өсөн күңел асыу программаһы ҡаралған. Блогер, спортсы Рөстәм Нәбиевтың килеүе балалар өсөн күңелле сюрприз булды. Ул һәр кем өсөн юл ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген билдәләне һәм һәр команда үҙ йәштәштәре өсөн өлгө булыр тигән өмөт белдерҙе. Балаларға конкурс этаптарында компромиссһыҙ көрәш теләйем. Улар яңы дуҫтар табыр һәм лагерҙа үткәргән көндәр тураһында йылы хәтирәләр һаҡлар тип ышанам.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас