Өфө таксисы пассажирҙы муттарҙан ҡотҡарған

Максим исемле егеткә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Уның менән UTV хәбәрселәре репортаж әҙерләгән.

Өфө таксисы пассажирҙы муттарҙан ҡотҡарғанӨфө таксисы пассажирҙы муттарҙан ҡотҡарған
Өфө таксисы пассажирҙы муттарҙан ҡотҡарған

Максим Наконечный, таксист:

- Пассажир машинаға инеп ултырҙы. Ғәҙәти бер ир. Әммә уның паникаға бирелеүен күреп, уға бер туҡтауһыҙ кемдеңдер шылтыратҡанын аңғарып, һөйләшеүгә ҡолаҡ һалдым. Әңгәмә бик шикле тойолдо. Пассажирҙың телефоны осраҡлы рәүештә "тауышҡа" күсте һәм уға таксист янында түгел, ә бер үҙе ҡалғас ҡына һөйләшергә ҡуштылар. Шунда мин ирҙең мутлашыусылар менән аралашҡанын аңланым. Мин унан, кемдәр менән һөйләшкәнеңде беләһеңме, тип һораным. Ул юҡ тине. Һеҙ бит муттар менән һөйләшәһегеҙ, телефонды һүндерегеҙ, тинем. Уларға берәй төрлө смс-тар ебәрҙегеҙме, тигәс, ир, ебәрҙем шул, тип баш һелкте. Муттар тупланмаларығыҙҙы урламаҫ борон, хәҙер үк картағыҙҙан бөтә аҡсағыҙҙы алығыҙ ҙа, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ, тип кәңәш иттем. 

Ярай ҙа пассажир такси водителен тыңлап, муттар менән һөйләшеүҙе өҙә, полицияға бара. Аҡсаһынан яҙмай. 

Уяулыҡ күрһәткән Максим Наконечныйға полиция хеҙмәткәрҙәре рәхмәт белдергән.

Әммә һәр ваҡыт эргәлә башҡаларҙы яуыздарҙан һаҡлай алырлыҡ кешеләр булмай. Шуға күрә тәртип һаҡсылары Башҡортостан халҡын билдәһеҙ номерҙарҙан килгән шылтыратыуҙарға һаҡ булырға саҡыра.

Фото: UTV каналы.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас