Енәйәт ҡылғаны өсөн колледж студенты үкенә...

Сибайҙа мутлашыусыларҙың сираттағы курьеры ҡулға алынды.

Енәйәт ҡылғаны өсөн колледж студенты үкенә...Енәйәт ҡылғаны өсөн колледж студенты үкенә...
Енәйәт ҡылғаны өсөн колледж студенты үкенә...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә 76 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул муттарҙың "Яҡынығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыны" тигән стандарт схемаһынан алданыуы тураһында һөйләй. 4 майҙа уға аферистар шылтыратып, ейәнсәренең юл фажиғәһенә эләгеүе тураһында әйтә, зыян күреүселәргә аҡса түләргә кәрәклеген аңлаталар. Ейәнсәренә ярҙам итеү өсөн пенсионер ҡатын курьерға 100 мең һум аҡса тоттороп сығара.

Сибайҙың оперативниктары тиҙ арала енәйәттә ғәйепләнеүсенең эҙенә төшә. Ул урындағы колледждың 18 йәшлек студенты булып сыға. Әлегә билдәле булыуынса, егет үҙе муттарға эш һорап мөрәжәғәт иткән. Аҡсаны йыйырға егетте бер тапҡыр ғына ебәрәләр, шунан, киләһе эште көтөгөҙ, тиҙәр.

Ғәйепләнеүсе ҡылған ҡылығын таный, үкенә, аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙәләй.

Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас