+14 °С
Облачно
Косоротов урамындағы 25-се балалар баҡсаһында бүлмәлә селтәр фильтрына майлы йылытҡыс ҡуйып ҡалдырылған. Был хәтлем ҡеүәтле прибор тотонған электр тогына розетка сыҙамаған, тимерҙәре ҡыҙып янып киткән.
Ярай бер кем дә ҡазаланмаған-нитмәгән. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе бинанан 9 хеҙмәткәр һәм дүрт бала сығып өлгөргән.