Ҡырау һуҡһа...

Ҡырауға бирешкән үҫемлектәрҙе нисек  туҡландырырға?

Ҡырау һуҡһа...Ҡырау һуҡһа...
Ҡырау һуҡһа...

Ҡырауҙар – яҙғыһын үҫемлектәр өсөн төп хәүеф. Әгәр һеҙ үҫентеләрегеҙҙе һаҡлап ҡала алмаһағыҙ, тиҙ арала терелтергә кәрәк.

Үҫеш стимуляторҙары һипһәгеҙ, улар баш ҡалҡытыр. Гәрәбә кислотаһы (янтарная кислота), «Эпин», «Симул» препараттары иҙмәһе ҡырау өткән үҫемлектәргә яҡшы. 5 –7 көндән һуң ҡабаттан эшкәртегеҙ.

Өшөгән үҫемлектәрҙең тупраҡ өҫтөн тергеҙеү өсөн азот, аммиак селитраһы, мочевина, нитрофоска ла ҡулланырға мөмкин. Ҡош тиҙәге, үлән төнәтмәһе менән туҡландырыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.

 

 

Фото: 

 

pokayadoma.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас