Ике кишер, ике йомортҡа, дүрт-биш ҡалаҡ манный ярмаһы (уны яратмаһағыҙ шул уҡ күләмдә он алығыҙ), өс-дүрт ҡалаҡ шәкәр, 50 г аҡ май, ярты балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, тәменсә корица йә башҡа тәмләткес, бер ус кипкән емеш (йөҙөм, күрәгә).
Кишерҙе (бешерергә түгел) ҡырып, йомортҡа, шәкәр, йомшартылған май ҡушып бутарға, уға манный, ҡабартҡыс, тәмләткестәр һалып болғарға ла, манный бүрткәнсе бер нисә минутҡа ултыртып торорға. Шунан кипкән емеш һалып болғарға.
Запеканка мультиварканың “Выпечка” йәки “Запеканка” режимында 45 минут бешә.