Данлыҡлы опера йырсыһы хөрмәтенә

24 майҙа Өфөлә Федор Шаляпин музейы асыласаҡ.  

Данлыҡлы опера йырсыһы хөрмәтенәДанлыҡлы опера йырсыһы хөрмәтенә
Данлыҡлы опера йырсыһы хөрмәтенә

 

Свердлова урамындағы 86-сы йортта урынлашҡан мәҙәниәт ҡомартҡыһы XIX быуат аҙағындағы  Өфө интерьерҙарына оҡшатып стилләштерелгән. Айырым зал йырсының баш ҡалалағы эшенә, сәхнәләге дебютына арнала.Экспозицияның дөйөм майҙаны 146 квадрат метр тәшкил итәсәк.

Музей коллекцияһында 600-ҙән ашыу әйбер бар.

Йортто реконструкциялау ваҡытында төҙөүселәр бинаның тарихи интерьерын һаҡлап ҡалырға тырышҡан.

Өфөләге Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы Рәсәйҙә бөйөк опера йырсыһы иҫтәлегенә арналған бишенсе музей буласаҡ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас