Үрмәксен
Үҙеңдең иғтибарһыҙлығың, һаҡһыҙлығың арҡаһында ғына уларҙан зыян күрергә мөмкин. Үрмәксендәр ҙә үҙҙәренә хәүеф янағанда ғына тешләшә. Өй мөйөштәрендә йәшәүсе үрмәксендәр бик һирәк кешегә һөжүм итә, ә бына тәбиғәт ҡосағында йшәүсе ҡайһы бер төрҙәре тешләшеүе ихтимал. Үрмәксен тешләгәндә ике нөктә булып эҙе тороп ҡала. Ул тирене тешләй ҙә ағыулы матдәһен ебәрә. Тешләнгән урын ҡыҙара, шешә, бер нисә көндән эренләүе лә ихтимал. 2-3 көн үҙен белдереп тора, ике аҙна эсендә генә тулыһынса төҙәлә. Аллергиктарҙа баш әйләнеү, хәлһеҙлек, баш ауыртыу кеүек билдәләр күҙәтелеүе мөмкин. Ағыулы үрмәксен сағыуы йөрәк, тын алыу органдары эшмәкәрлеген боҙа, ҡан баҫымын күтәрә. Ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәһә, кеше тын етмәүҙән, инфарктан үлеүе ихтимал.
Себен
Себендәр йәй аҙағында тешләшә башлай. Уның артыҡ ҡурҡынысы юҡ. Ҡапыл ғына ауырттыра ла, ҡыҙарып сығыуы мөмкин. Ҡысытмай һәм аллергия тыуҙырмай. Тиҙ үтә, махсус дауалау талап ителмәй. Хәүефе шунда – тешләгәндә инфекция индереүе ихтимал. Шуға күрә тешләнгән урынды дезинфекцияларға мөмкин.
Тағы ла күгәүен, траж кеүек сағыусы бөжәктәр ҙә бар. Уларҙы бәләкәй тип әйтеп булмай, ҙурҙар һәм тауышланып осалар. Уларҙан бигерәк тә урманға сыҡҡанда, һыу ятҡылыҡтары буйҙарында һаҡ булырға кәрәк. Улар ныҡ тешләй һәм урыны ла ҙур ғына булып шешеп сыға. Айырыуса аллергетиктарға бындай бөжәктәрҙән һаҡланыу саоаһын күрергә кәңәш ителә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.