Был эште Бүребай тау-байыҡтырыу компанияһы ойошторҙо, тип хәбәр итәләр. Һыу ятҡылыҡтарында биологик ресурстарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән был сара «Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты буйынса үткәрелгән.
Хәҙер һыуһаҡлағыста толстолобик, аҡ амур, карп балыҡтарының үрсеүен көтәләр.
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.