Адреслы ярҙамды булдырыуҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ республиканың 6 муниципаль берәмегенең вайымһыҙ булмаған граждандары әүҙем ҡатнашты. Йөк составына автомобилдәр, мотоцикл, квадроциклдар, ағас материалдары, эсәр һыу, туғандарынан посылкалар һәм башҡа бик күп нәмәләр ингән. Йөк конвойын ойоштороуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Геройҙарыбыҙға тиҙ арала еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!