Махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан яугир (Учалынан) үҙенең бер иҫтәлеге менән бүлеште:
- Яу яланына барырға бойороҡ килде һәм марш-бросок иғлан ителде. Тиҙ арала 36 саҡрым ерҙе үтергә тейешбеҙ! Һәр беребеҙҙә 20-30 килограмлыҡ экипировка (бронежилет, автомат, запас патрондар, ҡоро паек һ.б.) Ә Баймаҡ районынан ҡаҡса ғына кәүҙәле өс ир-егет - пулеметсылар. Уларҙың иңендә сама менән 40-50 кило барҙыр. Сөнки икәүһе пулеметты күтәреп алғайны, берәүһе - пулеметтың станогын.
Привал иғлан иткәнгә тиклем хәл бөтөп, манма тиргә батып, телде арҡыры тешләгәйнек. "Приваа-ал!" - тигәнде ишетеү менән мыҡты-мыҡты кәүҙәле ир-егеттәр торған ғына урындарынан шунда уҡ ергә тәгәрәшеп бөттө. Ә был башҡорт ир-егеттәре шул көйө аяғүрә баҫып тора бирҙе, ауыр пулеметтарын, станогын аҫҡан килеш!
Хеҙмәттәштәр уларҙы йәлләп, төшөрөп тороғоҙ, ауыр бит, ултырып ял итегеҙ, нимә уны күтәреп тораһығыҙ, тигәстәре, көләләр әле ул, етмәһә:
- Әй, уны төшөрһәң, кире күтәрер кәрәк... улай ыҙалағансы ни!
Беҙҙең ир-егеттәрҙең сыҙамлығына, көсөнә, сабырлығына һоҡланмаған кеше ҡалманы. Һоҡланыусылар, хайран ҡалыусылар - елле кәүҙәле, мускулдары ташып торған ғәйрәтле баһадир ирҙәр бит инде. Әммә бала саҡтарынан бесән сабып, утын ярып йөрөгән ҡаҡса ғына кәүҙәле башҡорт ир-егеттәре уларҙың танауына сиртте!
"Беҙҙекеләр шулай ул! Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә", - тип ифрат ғорурландыҡ үҙебеҙҙекеләр менән!
Ошо турала ишеткәс, беҙҙең дә ғорурлыҡтан баш күккә тейҙе.
Иҫән-һау ҡайтырға яҙһын батыр ир-егеттәребеҙгә!
Фото: автор.