Их, үҙебеҙҙең ҡатындар!

Күп иткәнсе мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап, көнөн-төнөн эштән бушамаған Зәйтүнә Камаловаға кешеләр йыш ҡына, эштән күтәртеп ятаһың бит, тип тел шартлата. Ләкин Әбйәлил районының Селивановка ауылында йәшәүсе уңған ҡатын, Аллаһы Тәғәлә ялын да биреп тора - ана бит, ҡарлы ямғыр яуғас, бөгөн тик ятыла, тип көлә.  Эшләгән - тешләгән: мал көтөргә иң шәп транспорт - скутер һатып алған ул! Рамаҙан ейәне 9 май байрамы уңайынан фотосессия ойошторған. Күҙ теймәһен егәрлеләргә! Эштәре һәр саҡ уң барһын!

Их, үҙебеҙҙең ҡатындар!Их, үҙебеҙҙең ҡатындар!
Их, үҙебеҙҙең ҡатындар!

Зәйтүнә апай тураһындағы материалыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ.

Уңғандарҙың тормошо уң

Ауыл ерендә дан итеп, заманса уңайлыҡтары булған ҙур йортта, етеш тормошта кинәнеп йәшәүселәр бихисап. Әбйәлил районының Селивановка ауылынан Зәйтүнә менән Таштимер Камаловтар ҙа шулар рәтендә. Ләкин ауылда күҙ ҡыҙҙырырлыҡ итеп йәшәр өсөн иртәнән кискәсә егелеп эшләүең – төп шарт. Әлбиттә, Камаловтар ҙа “алма беш, ауыҙыма төш” тип ятыусыларҙан түгел, уларҙың эш көнө иртәнге сәғәт биштә башланып, ҡараңғы төшкәнсе дауам итә лә ҡуя: күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса эше менән мәж киләләр. Хәйер, улар башҡаса тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай. Балалары ата-әсәһен: “Ял итергә барығыҙ”, - тип күпме өгөтләмәһен, эштән айырылып, донъяларын ташлап сығып китә алмайҙар.

- Унда нимә ҡарап ятаһың?! – тип ҡулдарын йәйеп ихлас күңелдән аптырай Зәйтүнә Хәйбулла ҡыҙы. - Балалар, беҙ һеҙҙе ял итергә алып барабыҙ, тиһә, иртән алып барырһығыҙ, кисен ошонда ҡапҡа төбөндә торасаҡбыҙ, тим. Эшһеҙ бер көн дә тора алмайбыҙ. Һаулыҡ булғанда геүләтеп эшләп, гөрләтеп йәшәп ҡалыр кәрәк. Атайым мәрхүм мине йәлләп, ҡыҙым үҫкәндә лә ауыр эш эшләп үҫте, хәҙер ҙә шулай эшләргә мәжбүр, ти торғайны, әммә мин яҙмышыма һис тә зарланмайым. Киреһенсә, барыһы өсөн дә рәхмәтлемен: бик уңышлы кейәүгә сығып, иремдән уңдым, балаларым беренән-бере шәп, беҙгә иғтибарлы, ихтирамлы, ейән-ейәнсәрҙәрем Даниил, Рамаҙан, Нургиз һәм Сафия - балдан татлы. Яҡындарым - иң төп хазинам, байлығым. Һуң ошондай байлыҡҡа мин ҡыуанмай кем ҡыуанһын?!  

Һәр көнгә шатланып, дәртләнеп донъя көткән Зәйтүнә Хәйбулла ҡыҙы Үтәгәндә ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән. Атай ҡыҙы булған ул. Һигеҙ балаһы араһынан Зәйтүнәне яҡын күргән атай кеше уға ел-ямғыр тейҙермәй, ҡаҡмай-һуҡмай, башҡаларҙан да тел-теш тейҙертмәй, иркәләп кенә үҫтергән.

- Мин ғаиләлә бишенсе бала инем, атайҙан бер тотам ҡалмай, гел уға эйәреп йөрөнөм, - тип һөйләй Зәйтүнә апай үткәндәрҙе иҫләп. – Атайым Урал аръяғы райондарында беренсе водитель ине. Ул Украинаға һалам әҙерләргә (прессларға) киткәс, мине өлкән апай-ағайҙар ситләткән һымаҡ ҡыланалар, әсәйем, теймәгеҙ, атаһы ҡайтһа, кәрәгегеҙҙе бирер, тип киҫәтә. Бер ваҡыт атайым ауырып китте, муйынына шарф бәйләп йөрөгәндәй иҫтә ҡалған, тамағы шешкән булғандыр: мин үлһәм, ҡыҙым ҡала, тип ихлас күңелдән мине йәлләп бошонғаны хәтерҙә. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда мине беренсе тапҡыр бесән сабырға алып барҙылар, атай эштә ине. Апай-ағайҙар үксәгә баҫа яҙып, арттан ҡыуып бесән саба, хәлдән тайҙым, хатта йөрәгем ауырта башлағандай тойолдо. Атайҙың машинаһы тауышын ишетеп, ҡаршыһына тауҙан йүгереп төштөм. Юлда йылан осраны, уны урап үтеп, аһ та уһ атайға барып еткәс, ул, нишәй, ҡыҙым, тип һорай. Хәсрәтле генә тауыш менән, атай, йөрәк дарыуы юҡмы, тип һорағайным, шуны ҡыҙыҡ күреп, эй, көлдө... Бала саҡты, ата-әсәйҙе һағынып иҫләргә генә ҡалды... Әсәйемдең һалма йәйеп, һуған турап һалып, комбижир йәки кулинар майын ҡушып бешергәне, атайҙың елле шәкәр киҫәген бысаҡ менән ваҡлап, беҙгә таратып биргәне һаманғаса күҙ алдында, әйтерһең дә, барыһы ла кисә генә булған. Минең тыуған көнөм 19 августа, бәләкәй саҡта яҡындарым, тыуған көнөңә бүләк, тип ҙу-ур күбә ҡоя, ә мин (бала - бала инде) шуға сикһеҙ ҡыуанам ғына!.. Ялан аяҡ үҫкән бала саҡ һағындыра-а... Ҡаланан сандали һатып алып килтерәләр ҙә, селек менән һуғып тороп, кейҙереп маташалар. Кейһәк тә, һуңынан сисеп бәрәбеҙ. Сөнки ялан аяҡ ни рәхәт тә инде, табандар бысраһа - һыуҙа шаптор-шоптор йыуаһың да, өйгә инеп китәһең... Ул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән, донъя түп-түңәрәк ине, әле дүртәү генә ҡалғанбыҙ: Баймаҡта ПМК-ла 42 йыл штукатур булып эшләгән Райхана апайым, Үтәгәндә Ғәли ағайым да, беҙ Гөлсирә һеңлем менән ошонда, Селивановкала... Мәрхүмә апайымдың Вәкил улы үҙемдең балам кеүек яҡын, Зарина киленем дә беҙҙең өсөн өҙөлөп тора, рәхмәт төшкөрө. Әйткәндәй, өлкән киленем Ульяна ла ныҡ уңған, шәп баҡсасы, аш-һыуға ла бик оҫта.

 Фәғилә исемле мәрәкәсел холоҡло әсәйебеҙ ҡул эшенә бик маһир ине, ҡорама ҡорҙо, тире эшкәртте, ойоҡбаштар бәйләне. Бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, шул ике арала ойоҡбаштарҙы бәйләп ҡуя торғайны. Әсәйемә уҡыу етмәгән, уҡыһа, әллә кем булып эшләр, үрләр ине. Әсәйемдең атаһын (ул да Ғәлиәхмәт исемле ине) Мичурин бабай тип атап йөрөткәндәр, заманына күрә атаҡлы баҡсасы булған. Субан ауылынан ул. Бер ҡартатайым (атай яғынан), Әминев Әхмәдиә Әмин улы, рус-япон һуғышында ҡатнашып, 3-сө дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған.

Мин мәктәптә уҡығанда башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен ныҡ яраттым. Армияға ла хеҙмәт итергә барырға уйлағайным да, һуңлап тороп ҡалғанһың, тинеләр. Атайым, мине ебәргеһе килмәй, хәрби комиссар менән, алмағыҙ, тип һөйләшеп килешеп ҡуйған булған... Шулайтып фермаға һауынсы булып эшкә урынлашырға тура килде. Йәйге фермаға күрше ауылдарҙан егеттәр тансыға килә торғайны, араларында Һәйетҡол ауылынан Таштимер ҙә булып, таныштыҡ. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек.

Таштимерҙәр ғаиләлә биш бала үҫкән. Туғандары, шөкөр, бөтә теүәл: Зилә апаһы Ҡыйғы районы Абзай ауылында төпләнгән, Дәүләттә Ришат ағаһы Флүрә еңгә менән гөрләтеп донъя көтә, Айбулат ҡустыһы Гүзәл килен менән Һәйетҡолда йәшәй, Тәнзилә һеңлеһе ҡаланы үҙ иткән.    

Иремде Мәхмүзә өләсәһе менән Фатима тигән әбейе ҡарап үҫтергән. Етенсе июндә Таштимерҙе армияға алып киткәндәр, өс ай үткәс, Мәхмүзә өләсәһе вафат булған, әммә был турала уға бер йыл үткәс кенә хәбәр иткәндәр. Монголияла автовзодта хеҙмәтен тултырып ҡайтып, колхозға эшкә ингән. Туйҙан һуң ошонда килеп төпләндек. Алама ғына ауыл булһа ла, ерҙәре иркен ине. 40-45-шәр ҡаҙ аҫыраныҡ, ирем балыҡсы бит, аҙнаһына ике тапҡыр Магнитогорск ҡалаһына барып балыҡ һаттым. Һөтөн дә, май-ҡаймағын да баҙарға ташып, хатта ҡулдар оҙонайып китте! Ысын әйтәм, ошолай оҙо-он ине ҡулдар!    

Беҙҙе көлдөрә-көлдөрә хәбәрен һөйләгән Зәйтүнә апай егерме йылдан ашыу колхозда һауынсы булып эшләгән. Дүртенсе синыфтан алып колхозда бесәндә эшләгән Таштимер ағайҙың малсы ла, тракторсы ла стажы байтаҡ. Балалары ла, егәрле ата-әсәһенә оҡшап, эшкә шәптәр, донъя көтөргә әүәҫтәр. Таштимер ағайҙы Зәйтүнә апай “универсал” тип атап, ҡулынан килмәгән эш юҡ, тип маҡтай. Зәйтүнә апай үҙе лә шулай эш айырып тормай, ашап туйғыһыҙ аштарын да бешереп өлгөрә, баҡсаһын да ҡарай, кәрәк икән, квадроциклға атланып көтөү ҙә көтә. Икеһе лә яҡты йөҙлө, йомарт, ҡунаҡсыл Камаловтарҙың тиҙҙән иң ҡыҙыу эш осоро башлана. Беҙ бик ваҡытлы барып, уларҙы фотоға төшөрөп өлгөрҙөк – йәйгеһен уларҙы эштән айырып, борсоп йөрөмәҫкә уңай булды.

- Минең хыялым – район хакимиәте башлығы Илдар Таһир улы Нафиҡов менән бергә фото төшөү, - тип сере менән бүлеште Зәйтүнә апай. – Бергә фото төшөү бәхете эләкһә ине!

- Һеҙҙең кеүек йүнсел, хужасыл, уңған кешеләр менән бергә фото төшөү – үҙе мәртәбә, - тинем ышаныслы, сөнки дөрөҫө шул. Донъя тотҡаһы булған Камаловтар бит улар!

Баныу Ҡаһарманова.

 

Фото: Рамаҙан Камалов.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас