Әҙип яңғыҙ булмай. Бер нимәгә ҡарамай, үҙенең яҙмышын түшәктә ятҡан яугир менән бәйләгән күрше Түбәнге Әрмет ауылы уҡытыусыһы булып эшкә килгән «Зөләйхә Тәхәү ҡыҙы уның машинисткаһы ла, водителе лә, кәңәшсеһе лә, илһам сығанағы ла...», шулай уҡ «...ҡулы ла, аяғы ла, күңеле лә, йөрәге лә була. Әйтеүе генә анһат: йәш кәләше уны көн һайын иртән түшәгенән күтәреп торғоҙа, йыуындыра, кейендерә, ашата. Бына шулай 48 йыл бергә тормош көтөүҙәре осоронда бала урынына тәрбиәләй Зөләйха Ибраһимын. Бынамын тигән өс ул, береһенән-береһе һылыу ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә улар. Ни тиклем ауыр булһа ла, барыһына ла өлгөрә Зөләйха Тәхәү ҡыҙы, уҡытыу эшен ташламай, хаҡлы ялға сыҡҡансы Түбәнге Әрмет урта мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы була" («Йәшлек» гәзите, 2008 йыл, 23 сентябрь).
Көслө рухлы Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Википедияла бар: https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғиззәтуллин_Ибраһим_Ғәзизулла_улы
Фото: "Башинформ".