Бананлы, эремсекле тәмлекәс

Он да, шәкәр ҙә кәрәкмәй.

Бананлы, эремсекле тәмлекәсБананлы, эремсекле тәмлекәс
Бананлы, эремсекле тәмлекәс

Эремсек – 400 г

Йомортҡа – ике дана

Ванилин – 2 г (оҡшамаһа, һалмағыҙ)

Банан – ике дана

Ҡаймаҡ (бик ҡуйы булмаһын) – 200 г

Манный ярмаһы – 100 г

Бананды түңәрәкләп ҡырҡып, эремсек, ҡаймаҡ, ванилин, йомортҡа менән блендерҙа яҡшылап бутарға һәм манный ярмаһы ҡушырға. Тағы болғап, 30 минутҡа ултыртып торорға.

Ваҡыт үткәс, массаны силикон формаларға һалып, 180 градус эҫелектәге духовкала 30 – 35 минут бешерергә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас