Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?

 Бал ҡорто сағыуын һиҙмәү мөмкин түгел, сөнки шунда уҡ көслө ауыртыу барлыҡҡа килә.

Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?
Бөжәктәр сағыуы хәүефлеме?

Бал ҡорто 

Майҙан сентябргә тиклем  әүҙем тормош алып баралар, октябрь башында ҡышҡы йоҡоға әҙерләнеп, умартаға, ояларына йәшеренәләр.    Бал ҡорто сағыуын һиҙмәү мөмкин түгел, сөнки шунда уҡ көслө ауыртыу барлыҡҡа килә. Хатта нимә саҡҡанын белмәгән осраҡта ла тороп ҡалған ҡаяуынан бал ҡорто икәнен билдәләүе ҡыйын түгел.   Ул тирегә анһат ҡына инеп китһә лә,  кире тартып сығарыуы бигүк еңел түгел.   Өҫтәүенә, улар  аллергия тыуҙырыусы ағыулы матдә бүлеп сығара.  Шуның күләменә һәм кеше организмының үҙенсәлектәренә, йәшенә ҡарап, төрлөсә хәүеф янауы ихтимал.  Бал ҡорто сағыуын балалар, иммунитеты насар булған кешеләр ауыр кисерә.   Урыны шунда уҡ ҡыҙарып шешеп сыға, һыҙлай, ауырта. Яраһы йүнәлә башлағас, ҡысыта башлай. Аллергия булғанда, шешенеү тын юлдарына, тамаҡҡа күсә. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр күңел болғаныуға, баш әйләнеүгә, хәлһеҙлеккә зарланыуы ихтимал. Хатта ҡан баҫымы күтәрелеү, аңды юғалтыу һәм тиренең ағарып сығыуы кеүек билдәләре лә күҙәтелеүе ихтимал.  Ауыртыуы өс көндә бөтә, ә эҙемтәләре ике аҙна эсендә генә тулыһынса юҡҡа сығыуы мөмкин.

 Һағыҙаҡ

Улар йәй аҙағында, көҙ башында әүҙемләшә. Ныҡ бешкән емеш-еләк эргәһендә күпләп осратырға була.  Шулай уҡ үҙҙәренең ғүмеренә хәүеф янағанда һөжүм итәләр. Бал ҡортонан айырмалы рәүештә, ҡаяуы ҡалмай.  Йәрәхәт урыны шешә, ялҡынһына.  Йыш ҡына дөйөм хәлдең насарайыуына килтереүсе аллергия  барлыҡҡа килә. Айырыуса бит, елкә һәм тамаҡ тирәһен сағыуы хәүефле.  Аллергияһы булған бәләкәй балаларҙа тән температураһы күтәрелеүе, күңел болғаныу, хәлһеҙлек, эс ауыртыу  кеүек  билдәләре күҙәтелеүе ихтимал.  Ғәҙәттә ауыртыу өс көндә үтә, ә тире бер аҙнала йүнәлә.   Һығыҙаҡ саҡҡандан һуң баланың аяғы шешә икән, һыуыҡ компресс ябырға һәм 20 минут күҙәтергә кәрәк. Тағы ла ниндәйҙер хәүефле билдәһе  булһа, ул көслө аллергия тураһында һөйләүе ихтимал. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас