"Алға" иҡтисади зонаһы киңәйтелергә тейеш

БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә  «Алға» айырым иҡтисади зонаһын киңәйтеү перспективалары тикшерелде.

"Алға" иҡтисади зонаһы киңәйтелергә тейеш"Алға" иҡтисади зонаһы киңәйтелергә тейеш
"Алға" иҡтисади зонаһы киңәйтелергә тейеш

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер  нисә тәҡдим индерҙе һәм махсус иҡтисади зонаны артабан үҫтереүгә ҡағылышлы  бурыстар билдәләне.

 Атап әйткәндә, «Алға» иҡтисади зонаһы биләмәһендә 9 ҡатлы административ-эшлекле үҙәк төҙөү планлаштырыла. Радий Хәбиров был бинала ҡайһы бер производстволар урынлаша алырлыҡ технопарк урынлаштырырға тәҡдим итте.

 Айырым иҡтисади зонаны артабан үҫтереү өсөн резиденттарҙың ихтыяждарына ярашлы юл инфраструктураһы кәрәк. Ошоноң менән бәйле республика етәксеһе быйыл Р-240 трассаһынан Ишембайға инеү юлын сифатлы ремонтларға кәрәклеген әйтте.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас