Ябай һуған шифаһы

Йүтәл борсоғанда...

Ябай һуған шифаһыЯбай һуған шифаһы
Ябай һуған шифаһы

Һуғанды аҡ майҙа ҡыҙҙырып, бал ҡушып ашау файҙалы. Шулай уҡ һуған ҡабығынан әҙерләнгән төнәтмә лә ярҙам итә. Бының өсөн 1 литр һыуға 10 һуған ҡабығын һалып, ҡапҡасы ябыҡ кәстрүлдә шыйыҡлыҡ яртылаш кәмегәнсе талғын утта ҡайнатырға. Һыуығас төнәтмәне һөҙөп алығыҙ ҙа, 2 ҡалаҡ бал һалып бутағыҙ. Был төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 150 мл эсергә кәңәш ителә.

Сәләмәт булығыҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас