Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Гөлшат Лоҡманова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Гөлшат Лоҡманова ижадынан бер шәлкемУчалы районының талантлы уҡытыусыһы Гөлшат Лоҡманова ижадынан бер шәлкем
Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Гөлшат Лоҡманова ижадынан бер шәлкем

Гөлшат ЛОҠМАНОВА 1978 йылда Мәҫкәү ауылында, уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм Мәҫкәү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта. 23 йыл педагогик стажға эйә. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙа.

 

Туған телем
Моңло телем!..
Ғәжәйеп тә хикмәт!..
Һәр һүҙеңдә, һәр бер өнөңдә!
Төҙөлөшөң, аһәңлегең менән
Ауаздаш бит хатта Ҡөрьән дә!
Наҙлы телем!..
Ата- бабам рухы!..
Һәр йырыңда, һәр бер моңоңда,
Йәндәремә сихәт бирә улар,
Һағыш менән күңел тулғанда.
Яғымлы ла телем!..
Наҙлы һүҙем!..
Үҙ телемдә йырҙай яңғырай.
Телкәйемдең сихри аһәңлеген
Тоя алмаҫ маңҡорт – һаңғырау.
Ғәзиз телем!..
Моңло көйөм!..
Һағындыра ситтә булғанда.
Һәр ауазың йәндәремә дауа,
Көсһөҙләнеп рухым һынғанда.

 

Һыйыр һауам...
Һыйыр һауам, ҡулым елен тарта,
Ап-аҡ ҡарҙар төшә биҙрәмә.
Аҡҡа текләп әйткән теләктәрем
Бәхет булып ҡунһын тәҙрәмә.
Аҡ тамсылар бейей силәгемдә,
Алсаҡ нурҙар балҡый йөҙөмдә,
"Ҡабул булды теләктәрең," - тиеп,
Фәрештеләр бейей эргәмдә.
Гөбөрләтеп һыйыр һауған мәлем
Ваҡыттарҙың иң пак мәлдәре.
Аҡҡа текләп, ғүмер теләгәндә
Асылғандай ожмах түрҙәре.
Һыйыр һауам...Эй, илаһи мәл...
Тыныс булһын донъям күктәре.
Балаларым - үҙе фәрештәләй,
Бәхет тулы булһын йөҙҙәре.

 

*  *  *

Күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты-
Йәшен йәшнәп, уттар ярылды.
Шул уттар бит һинең күҙҙәреңдә
Бәхет осҡондары булып ҡабынды.
Күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты-
Яңғыҙ йәндәр бергә серләште.
Йомшаҡ ҡулдарыңдың йылыһы
Күңелдәргә һөйөү өләште.
Күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты-
Ғәләмдәрҙән йондоҙ атылды.
Шул йондоҙҙоң сихри бер нуры
Һинең күҙҙәреңдә сағылды.
Күҙҙәр менән күҙҙәр осрашты-
Йөрәк менән йөрәк аңлашты.
Бәхет менән бәхет табышты-
Ярты йәндәр бергә ҡауышты.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас