Табындағы һәр ризыҡ беҙҙең организмға нисек тә булһа йоғонто яһай. Шуның өсөн уларҙың файҙалыларын ғына ашарға тырышыу зарур.
Белгестәр ризыҡты ике төркөмгә - кислоталы һәм һелтелегә (щелочная пища) бүлә. Тәүгеһен эшкәрткәндә организм кислота бүлеп сығара, ә был зыянлы. Улар организмды ҡартайта, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килтерә. Шуға ла һелтеле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ - көндәлек рациондың 60 процентын тәшкил итһен. Емеш-еләк, йәшелсә, цитрус емештәр, ярмалар, зәйтүн һәм етен майы, сәтләүектәр, кипкән емештәр, имбирь һәм диңгеҙ кәбеҫтәһе, балыҡ - һелтеле ризыҡтар исемлеге бик ҙур, асығыу ҡурҡынысы юҡ.
Ә бына шәкәр, кофеин, шоколад, аҡ он, майлы ит, соя, ауыр майҙар, ҡыҙҙырылған картуф организмды тиҙ ҡартайта. Шулай уҡ микротулҡынлы мейестә әҙерләгәндә ризыҡтар кислота бүлеп сығарыуын да белеп ҡуйығыҙ.