Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт

10 майҙа көндөҙгө сәғәт беренселә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Ишембай районының Стәрлетамаҡ-Петровск киҫелешендәге юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында мәғлүмәт килә. "Фольксваген Амарок" менән "Деу Нексия" бәрелешеп, "Нексия" шунда уҡ тиерлек янған. Урынға килеп еткәс, янғын һүндереүселәр утты һүндерә һәм зыян күреүселәрҙе машина эсенән сығара. Ике автомобилдә бөтәһе 8 кеше була (һәр береһендә дүртешәр).

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтҮлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә "Нексия" пассажиры, 1964 йылғы ир, һәләк була. 1969 йылғы ҡатын, 2014 йылғы ҡыҙ, 1995 йылғы ҡатын-ҡыҙ-водитель - дауаханала.

"Фольксваген"дың дүрт ир-егете госпитализациянан баш тартҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юл сатында "Фольксваген Амарок" автомобиленең водителе, һулға боролғанда ҡаршы килеүсе "Деу Нексия" автомобиленә юл бирмәй һәм бәрелешеү һөҙөмтәһендә "Деу Нексия" автомобиле яна, ә "Фольксваген Амарок" кюветҡа оса. Әле Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәпсеһен, бөтә шарттарҙы асыҡлай.

Фото: МЧС РБ.

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас