ИНТЕРНЕТ ДУҪТАРFА

Яҡты, матур, фани донъя, Ҡайсағында таң ҡалам... Бөтмәҫ уй- хыялға күмелеп, Ҡулыма ҡәләм алам... Илһам килгәс, нисек инде, Яҙмайынса түҙәһең? Ҡағып хыял ҡанаттарын, Һүҙ теҙмәһе теҙәһең... Береһен дә күктән алмайым, Яҙам белгән, күргәнде... Ҡайсағыңда яҙмыш тип Яңылыш һулға йөрөгәнде... Күптәрегеҙ ижадымды, Яҡын күрә, үҙ итә... Көнсөллөк, ҡара яныуар, Шуныһы үҙәккә үтә... Емештәрем сейле- бешле Икәнлеген дә беләм. Һеҙҙең менән бергә атлап, Ғүмер көҙөмдән киләм... "Лайк" йыр өсөн яҙмайым, Рухи аҙыҡ өләшәм... Һеҙгә бүләк, йөрәк йырҙар, Дуҫҡайҙарым, мең йәшә! Алда әле әйтеләһе, Йырланаһы йырҙарым... Бер теләгем, бер Хоҙайым, Айырмаһын юлдарым... Фәнил Миңнегалиев 

ИНТЕРНЕТ ДУҪТАРFАИНТЕРНЕТ ДУҪТАРFА
ИНТЕРНЕТ ДУҪТАРFА

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас