Хужабикәгә кәңәштәр

Был хәйләләрҙе һәр кем белергә тейеш:  

Хужабикәгә кәңәштәрХужабикәгә кәңәштәр
Хужабикәгә кәңәштәр

- Һут һыҡҡыстан үткәрелгән йәшелсә-емеште ташларға ашыҡмағыҙ. Әлбиттә, һутын алғас улар ҡоро һәм артыҡ шифалы булмаҫ. Әммә тағы ла бер тәмле ризыҡ әҙерләргә мөмкин буласаҡ. Йәшелсәләрҙән борщ, ши, рагу бешерергә, подлив әҙерләгә була. Ә емеш-еләккә шәкәр һәм бал ҡушып бутаһаң, бынамын тигән бәлеш эслеге килеп сыға.

- Магазин кәштәһендә хәҙер гәрсис пастаһының ниндәйе генә һатылмай?! Ә инде һеҙ элекке, совет осорондағы һутлы пастаны һағынаһығыҙ икән, уны үҙегеҙ ҙә әҙерләй алаһығыҙ. Бының өсөн гәрсис порошогына үҙегеҙ теләгән күләмдә тоҙло ҡыяр рассолын ҡушып, бутарға ғына кәрәк. Шулай уҡ тоҙло помидор һәм әсетелгән (квашенная) кәбеҫтә рассолы алырға ла мөмкин.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас